top of page
Поиск

Самауырҙар бер төрлө генә буламы?

  • neft-kultura
  • 2 авг. 2022 г.
  • 1 мин. чтения

Нефтекама ҡалаһындағы Самауырҙар музейын барып күреүселәр бер тауыштан юҡ, тиер. Рәмзилә Аҡмалованың коллекцияһында 73 самауыр бар һәм улар бөтөнләй бер-береһенә оҡшамаған. Башҡортостан, Санкт-Петербург, Мәскәү, Һамар, Ижау, Һарытау, Геленджик һәм тағы ла башҡа ерҙәрҙән 73 самауыр йә ҡулдан-ҡулға бирелеп, почта аша булһынмы ул, йә сәйәхәт ваҡытында, йә интернет аша һатып алынып Нефтекамалағы бер фатирға йыйылған. Башбармаҡ ҡына ҙурлығы ла, 10-шар литрлыҡтары ла бар. Ә иң олоһо — 1980 йылғы еҙ самауыр.Оло экспонатты хатта таҙартырға ла ҡурҡа коллекционер.Еҙ самауырҙан килә тағы ла бер оло экспонат – электр самауыры.Әтәс самауыр барлығын белә инегеҙме? Рәмзилә Аҡмалованың коллекцияһында уның 5 төрө бар. Һырлап биҙәлгәне лә, Тула заводында сығарылған күмер менән ҡайната торғаны ла. Ә был 1980 йылда мәскәүҙә үткән олимпиадаға бағышлап сығарылған шар самауыр. Тағы ла Катюша самауыр бар. Айырым мөйөштә космос темаһы менән бәйле самауырҙар маһая.Коллекцияла хатта мискә самауыр ҙа бар. Бәләкәй генә булһа ла, ул күмер һалып ҡайнатмалы. Быныһын иһә ҡурсаҡтар өсөн эшләгәндәр тиерһең. Ул сегән самауыры. Дуҫтарҙан бүләк. Ә бер мөйөштә, кәштәлә быяла, гәлсәр, фарфор, балсыҡтан эшләнгән самауырҙар урын алған. Балсыҡтан эшләнгәндәренең тыштары ялтырға буялған, Геленджиктан ейәнсәре алып ҡайтҡаны ҡәҙерлеләр рәтендә. Коллекцияны 1986 йылда Һамарҙың 400 йыллыҡ юбилейына арнап сығарылған 73-сө самауыр яба. Ахыры ул һуңғыһы булмаҫ.Быйыл ҡыш Рәмзилә Аҡмалова “Терра ҡыш” фестиваленең самауырҙар конкурсында Гран-при яулай. Бүләккә бирелгән аҡсаға 10 литрлыҡ самауыр һәм марый, удмурт милли кейемдәрен һатып ала. Ни өсөн тиерһегеҙ? Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың кейемдәр коллекцияһын да туплай ул. Әлегә музейҙа 30-ҙан артыҡ костюм бар. Һәр милли кейем тарихи сығанаҡтарға таянып туплана.



 
 
 

Comments


Последние новости
Архив
bottom of page